ШӘРИПОВ Фәнис Вәғиз улы (20.9. 1941, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Сабай а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1997), проф. (2001). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1967) КПСС‑тың XXII съезд ис. Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1968—71 йй. 11‑се Техник уч‑щела (Өфө), 1974 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1999—2013 йй. Өфө эшҡыуарлыҡ һәм хоҡуҡ техникумы директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре юғары белем психологияһы һәм педагогикаһы проблемаларына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт ав­торы.

Хеҙм.: Педагогический менеджмент. М., 2014; Психология и педагогика творчества и обучение исследовательской деятельности. М., 2015; Методика преподавания в высшей школе. М., 2017.

К.Ш.Әхиәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина