ӘЙҮПОВ Рәмил Исмәғил улы (4.8. 1946, Өфө), тренер. Фехтование б‑са СССР‑ҙың (1991) һәм РСФСР‑ҙың (1988) атҡ. тренеры, СССР‑ҙың спорт мастеры (1966). БАССР‑ҙың атҡ. фи­зик культура хеҙм‑ре (1989).П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1972). “Зенит” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Ю.Ю.Хозиков). Үҫмер спортсылар араһында РСФСР чемп. (1966). 1974 й. алып “Локомотив” ДСО‑һының Башҡорт өлкә советы тренеры, 1978 й. — БР Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры, бер үк ваҡытта рапира м‑н фехтование б‑са БР ир‑егеттәр йыйылма командаһының баш тренеры, СССР йыйылма командаһы тренеры (1983—88); 1988 й. Ҡытай йыйылма командаһын Олим­пия уйындарына әҙерләй; 1996 й. башлап 23‑сө СДЮСШОР, 2011 й. — 19‑сы СДЮСШОР, 2016 й.—фехтование б‑са олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры. Бөтә Рәсәй йәйге спорт төрҙәре б‑са тренерҙар смотр‑конкурсы еңеүсеһе (1987). Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.Р.Ғәниев, Ә.К.Ибраһимов, В.Р.Әйүпов, А.К.Әхмәтхужин, ш. уҡ 40‑тан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар. “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2016), Халыҡтар дуҫлығы (2004) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова