ШӘРИПОВ Тәлғәт Муса улы [1.1. 1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) Имәнлеҡул а. — 21.3.2013, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], композитор. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989) һәм атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1978). Р.М. Шәриповтың ағаһы. Респ. мәҙәни ағартыу мәктәбен (Стәрлетамаҡ ҡ., 1954), Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1973; Н.Я.Инякин класы) тамамлаған. 1954—55 йй. Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһының (Стәрлетамаҡ) концертмейстеры, 1958—61 йй. уҡытыусыһы, 1955—58 йй. Кушнаренко район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе. 1961 й. алып Өфөлә: Башҡорт респ. халыҡ ижады йортоноң халыҡ ҡоралдары оркестрында аккомпаниатор‑концертмейстер, 1965—68 йй. ме­тодист, 1969 й. башлап дирижёр, 1970 й. алып 20‑се урта мәктәптә, 1974—89 йй. 1‑се Өфө мәктәпкәсә пед. уч‑щеһында уҡыта. Р.С.Янбулатова либреттоһына“Мөхәббәт ялҡындары” (1983) муз. комедияһы; башҡорт, татар шағирҙарының ши­ғырҙарына, үҙенең текстарына яҙылған 400‑ҙән ашыу йыр (ш. иҫ. балалар өсөн йырҙар), вальс һәм романс: А.Игебаев шиғырына “Берҙән берем — ғәзиз ерем”, Ғ.Й.Рамаҙанов шиғырына “Имәндәр шаулай”, Ф.Ә.Әсәнов шиғырына “Янғантау баҫҡыстары”, Н.Иҙелбай шиғырына “Тыуған ауылым”; камера‑инструменталь әҫәрҙәр; спектаклдәргә музыка һ.б. авторы. Кушнаренко район мәҙәниәт йортоноң татар театрын ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе (1958; 1962 й. “халыҡ” исемен алған). Бөтә Рәсәй ауыл үҙешмәкәр сәнғәте смотры лауреаты (Мәскәү, 1965). Имәнлеҡул а. ағалы‑ҡустылы Шәриповтар исеме м‑н урам аталған.

Хеҙм.: Имәндәр шаулай: йырҙар. Өфө, 1975; Юлдарым һиңә бара: йырҙар. Өфө, 1991; Ташҡындарҙа аҡһын һағышым: йырҙар. Өфө, 1993.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов