ӘЙҮПОВ Риф Сәлих улы (2.9.1939, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Ҡаратәкә а.—28.1.2015, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1995), проф. (1995). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (1998), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑тында, 1969—72 йй. – БДПИ‑ла эшләй. 1975 й. алып БДУ‑ла: 1982 й. башлап дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы каф. мөдире, 1984 й. – тарих каф.; бер үк ваҡытта 1996—2003 йй. Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышы осоро тарихына, Рә­сәйҙә дәүләт идараһы системаһының үҫеш проблемаларына арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Советы Башкирской АССР в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 1989; Республика Башкортостан в годы Великой Отечественной войны. Новые факты и их осмысление. Уфа, 1993; История города Стерлитамака. Уфа, 1994 (авторҙ.).

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин