ШӘРИПОВ Ришат Муса улы (1.1. 1933, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Имәнлеҡул а. — 17.6.2004, Өфө), Соц. Хеҙмәт Ге­ройы (1977). Т.М.Шәриповтың ҡустыһы. 1960—1993 йй. ӨПЭПБ‑ла эшләй: слесарь‑йыйыусы, электромонтажсы, элек­тромеханика һәм радиотехника системаларын һәм приборҙарын көйләүсе, бригадир. Ш. етәкс. бригада 9‑сы биш йыллыҡ план­ды үтәүҙә юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшә. Ленин (1977), Окт. Революцияһы (1971) орд. м‑н бүләкләнгән. Ағалы‑ҡустылы Ш. исеме м‑н Имәнлеҡул а. урам аталған.

К.Ш.Гәрәева

Тәрж. А.Н.Күсеев