БАШКИРСКАЯ 9, яҙғы йомшаҡ бойҙай сорты. 1972 й. Н.Х.Сәғитов һәм Е.Г.Пахомова (БНИИСХ) тарафынан ҡатмарлы гибридлаштырыу һәм индивидуаль һайлап алыу ысулы м‑н сығарылған. Һабағының бейеклеге 1,1 м тиклем. Башағы 10—12 см оҙонлоҡта, аҡ, цилиндр формаһында, ҡылсыҡһыҙ, тығыҙлығы уртаса, тәңкәләре төкһөҙ. Орлоғо ҡыҙыл. 1000 орлоғоноң ауырлығы 38—40 г. Аҡһым миҡдары 13,3—15,3%, елемсә — 29—31%. Сорт йығылыуға һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы, саң тороно м‑н зарарланмай. Вегетация осоро 90—95 көн. Уңдырышлылығы 33 ц/га (Дыуан сорт һынау участкаһы, 1978). БАССР б‑са 1972 й. ҡулланылышҡа индерелгән, Урал аръяғы дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында үҫтерелә.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика