ШӘРИПОВ Глүс Ләбиб улы (14.4. 1950, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Борай а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1992), проф. (2013). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Борай р‑ны Ҡайынлыҡ урта мәктәбе уҡытыу­сыһы. 1973 й. алып Органик химия ин‑тында (1987 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р). 1992 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (2006 й. — лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 1993—98 йй. БДПИ‑ла теоретик физика каф. мөдире, 1996—2005 йй. БР ФА Президиумының баш ғилми секретары, 2011—16 йй. РФА‑ның Өфө ФҮ Президиумы рәйесе урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре радио‑, сонолюминесценцияны, шыйыҡ фазала хемилюминесценцияны тикшереүгә арналған. Ш. тарафынан электроны ҡуҙғытылған продукттарҙы генерациялау механизмы, диоксетандар һәм металдар берләшмәләре ҡатнашҡан реакцияларҙа квант‑сылбырлы процестар табыла, лантанидтар сонолюминесценцияһы асыҡлана. Ш. тарафынан тәүге тап­ҡыр к‑таларҙа актинидтарҙы теркәү өсөн органик булмаған шыйыҡ сцинтиллятор эшләнә. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Радиолюминесценция водных растворов. М., 1986 (авторҙ.); Химия и хемилюминесценция 1,2‑диоксетанов. М., 1990 (авторҙ.).

Р.Ғ.Болғаҡов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов