ШӘРИПОВ Борис Усман улы (25.1. 1940, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Амурҙағы Комсомольск киске политехник ин‑тында: 1967 й. алып дөйөм техник, 1970 й. – машиналар эшләү ф‑ттары деканы. 1972 й. алып ӨДАТУ‑ла (2000—01 йй. авиация­технологик системалар ф‑ты деканы), 2003 й. – Борисоглебск пед. ин‑тында (математика һәм уны уҡытыу методикаһы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре деталдәрҙе пластик деформациялау ысулы м‑н эшкәрткәндә өҫкө йөҙ ҡатламы формалашыу проблемаларына арналған. Ш. тарафынан эшкәртелгән өҫкө йөҙ сифатының параметрҙарын иҫәпләп сығарыу ысулдары табыла, улар БР пр‑тиеларында индерелә. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Исследование влияния металлических СОТС на износ инструмента //СТИН. 2007. №11 (авторҙ.); Исследование контактного взаимодействия с учётом анализа явлений при резании жаропрочных сплавов //Ш у л у ҡ. 2009. №9 (авторҙ.).

Р.Р.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов