ӘЙҮПОВ Вадим Рәмил улы (13.10. 1974,Өфө),спортсы.Фехтование б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1996). Р.И.Әйүповтың улы. Урал физик культура акад. тамамлаған (1999). “Локомотив” ДСО‑һы һәм Юғары спорт оҫталығы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Әйүпов). Шәхси зачётта Рәсәй чемп. (2000), Рәсәй кубогын яулаусы (1995), хәрби хеҙм‑рҙәр араһында донъя чемпионатының көмөш призёры (1997), Бөтә донъя универсиадаһының бронза призёры (1997, 2001). Команда зачётында Европа чемпиондары кубогын яулаусы (1998), Бөтә донъя универсиадаһы (1995) һәм Рәсәй (1997—98, 2001,2003)чемп.,хәрбихеҙм‑рҙәрараһындадонъячемп.(1997).Үҫмерҙәр араһында СССР чемп. (1990), үҫмер спортсылар араһында Европа беренселегенең бронза призёры (1993). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—2005). Рапира м‑н фехтование б‑са Рәсәй үҫмер спортсылар йыйылма командаһының өлкән тренеры (2006—09).

Тәрж. Г.А.Миһранова