ШӘРИПОВ Айрат Хәйҙәр улы [1.10. 1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Имәнлеҡул а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 9.1.2015, Өфө], химик‑технолог. Техник ф. канд. (1965). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1979). ӨНИ‑не тамамлаған (1958). 1960 й. алып Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда эшләй: ғилми төркөм етәксеһе, 1963 й. – лаб. нач. урынбаҫары, 1966 й. – сектор етәксеһе, 1968 й. – лаб. мөдире. 1993 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында ғилми төркөм етәксеһе, 2002—08 йй. төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре яғыулыҡ һәм газдарҙы көкөрт берләшмәләренән та­ҙартыуҙың традицион булмаған ысулдарын табыуға, нефттең көкөрторганик берләшмәләре концентраттарын (дисульфидтар, органик сульфидтар, сульфоксидтар, сульфондар) алыуға, меркаптанһыҙлаштырыу процестарында металдар полифтало­цианиндарын файҙаланыуға арналған. Ш. ҡатнашлығында нефть сульфоксидтарын ҡулланып юғары таҙалыҡтағы иттрий окисы нигеҙендә изделиелар, нафталин м‑н о-ксилолдың бергә окисланыу процестары эшләнгән һәм производствоға индерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 58 уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Получение нефтяных серосодержащих реагентов для гидрометаллургии. Уфа, 2000 (авторҙ.); Технология органических соединений серы. М., 2001 (авторҙ.).

С.В.Ковтуненко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов