ӘЙҮКӘ (1642—1724), Ҡалмыҡ ханлығы ханы (1672 й. алып). Ҡалмыҡ ханы Мончактың (Мунчак) өлкән улы. Атаһының Рәсәй м‑н яҡынлашыу сәйәсәтен дауам итә: 1667 й. тоғролоҡҡа ант бирә. 17 б. һуңғы сирегендә Ҡырым ханлығына, Кесе Нуғайға (ҡара: Нуғай Урҙаһы), башҡорттарға, Себер татарҙарына һ.б. хәрби походтар ойоштора. Башҡорт ихтилалы (1681—84) барышында башҡорттар яҡлы була, артабан уларға ҡаршы сығыш яһай: 1682 й. июленән 4 меңлек ғәскәр м‑н Ҡазан даруғаһында урыҫтарға ҡаршы көрәштә ҡатнаша; 1683 й. ғин. урыҫ хөкүмәте яғына сыға һәм июндә 20 мең ҡалмыҡ м‑н Башҡортостанға баҫып инеп, башҡорт йәйләүҙәрен талай. 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышын алып барыуҙа, 1704—11 йй. башҡорт ихтилалын (1708 й. Башҡортостанға 10 меңлек, 1710 й. 5 меңлек ғәскәр ебәрә), Әстерхан (1705—06) һәм Булавин (1707—09) ихтилалдарын баҫтырыуҙа батша Пётр I булышлыҡ итә.

Әҙәб.: Материалы по истории Башкирской АССР. Ч.1. Башкирские восстания в XVII и первой половине XVIII вв. М.; Л., 1936; Очерки истории Калмыцкой АССР. Дооктябрь­ский период. М., 1967; А к м а н о в И.Г. Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв. Уфа, 1993.

Тәрж. М.Х.Хужин