ШӘРИПҠОЛОВА Зөлфирә Мәхмүтсолтан ҡыҙы (14.6.1958, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), агроном, селекционер. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) БНИИСХ‑ла эшләй: 2002 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2006 й. — Шишмә үҫемлекселек селекцияһы үҙәгенең күп йыллыҡ үләндәр селекцияһы һәм орлоҡсолоғо б‑са төркөм етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге мал аҙығы культураларының ҡоролоҡҡа сыҙамлы, тиҙ өлгөрөүсе, мул уңыш биреүсе сорттарын сығарыуға бәйле. Ш. та­рафынан йылҡы борсағының (Песчаный 22), үҙгәреүсән люцернаның (Чишминская 131), ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерәнең (Чишминский 3, Юбилейный һ.б.) сорттары сығарыла. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Селекция кормовых культур //80 лет Башкирскому научно‑исследовательскому институту земледелия и селекции полевых культур: науч. ст. и ист. очерки. Уфа, 1994 (авторҙ.); Селекция костреца безостого — методы и результаты //Селекция и семеноводство сельскохозяйственных культур в Башкорто­стане: сб. науч. тр. Уфа, 2000 (авторҙ.); Высокопродуктивные сорта кормовых культур и их семеноводство. Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев