ШӘРИП УЧАСТКАҺЫ АУЫЛЫ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 40 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 177 кеше; 1959 — 129; 1989 — 145; 2002 — 156; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1931 й. ағас әҙерләүҙе ойоштороуға бәйле Шәрип производство участкаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов