ШӘРИП МЕРӘКОВ, Мөхәммәтшәрип М., башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Ҡазан даруғаһының Ҡаршын улусы Мерәк а. (хәҙ. Кушнаренко р‑ны Шәрип а.) башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1739— 44 йй. Ҡазан даруғаһының баш старшинаһы. 1738 й. Л.Я.Соймонов ғәскәре составында Ҡазан даруғаһында һуғыша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Ш.М. исеме м‑н Шәрип а. аталған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин