ШӘРИП КЕЙЕКОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) баш күтәреүселәрҙе баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Прапорщик (1776). Уҫы даруғаһы Ирәкте улусының Иҫке Ҡорос а. (БР‑ҙың Тәтешле р‑ны) башҡорто. Тархан. Шул уҡ улустың старшинаһы (1797 й. тиклем), бер үк ваҡытта 1750—97 йй. Уҫы даруғаһының баш старшинаһы. 1757 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә. Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында 1773 й. нояб. Өфө провинцияһының Стәрлетамаҡ пристанендә башҡорт‑мишәр отряды ойоштороуҙа ҡатнаша. 1774 й. апр. баш күтәреүселәр тарафынан әсиргә алына, ҡаса. Апр.—июндә подполковник И.И.Ми­хельсондың деташементы составында Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәренә һәм Салауат Юлаев отрядтарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Июлдә Ҡазанда була, ген.‑майор П.С.Потёмкин тарафынан Башҡортостанға башҡорттарҙы тынысландырырға ебәрелә. Авг.—сент. Ҡолой Балтасов м‑н бергә хөкүмәт ғәскәрҙәре ком. поручик И.Я.Яворскийға ярҙам күрһәтә. 1776 й. 27 февр. башҡорт старшиналары Вәлиша Шәрипов, Ҡолой Балтасов һәм Йосоп Надиров м‑н берлектә башҡорт старшина­ларын ям станциялары комиссарҙары итеп тәғәйенләү т‑да хат м‑н Сенатҡа мөрәжәғәт итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. “Хеҙмәт һәм батырлыҡ өсөн” алтын миҙал м‑н бүләкләнгән (1775).

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин