БАШКИРСКАЯ 1, ужым тритикалеһы сорты. 1983 й. С.А.Ҡунаҡбаев, Н.И.Лещенко, А.М.Власова, Ә.И.Йосопова, В.А.Мызгаева (БНИИЗиС) тарафынан Чишминская 2 ужым арышы, Велютинум 5360 йомшаҡ ужым бойҙайы һәм Новомичуринка ҡаты ужым бойҙайының ҡатмарлы төр‑ара гибридынан күп тапҡыр индивидуаль һайлап алыу ысулы м‑н сығарылған. Һабағының бейеклеге 1,4 м. Башағы 11—13 см оҙонлоҡта. 1000 орлоғоноң ауырлығы 38—42 г. Аҡһым миҡдары 16,5—17,4%. Сорт ҡышҡа, һоро һәм һабаҡ тутына, онло ысыҡҡа сыҙамлы. Йәшел мал аҙығы итеп ҡулланыу, сенаж һәм иген сенажы әҙерләү өсөн тәҡдим ителгән. Йәшел массаһының уңдырышлылығы 325 ц/ га (Шишмә тәжрибә‑производство хужалығы, 1983). БАССР б‑са 1989 й. ҡулланылышҡа индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Н.И.Лещенко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика