ШӘРИП, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Хәмит а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 63 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлкәһе) Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Ҡулдажа й. (Ҡағы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 123 кеше; 1920 — 167; 1939 — 181; 1959 — 183; 1989 — 170; 2002 – 243; 2010 — 241 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Хәмит урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы Амангилде а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1874 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1800 й. алып) билдәле. 1891 й. 21 йорта 143 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов