ШӘРИП, Салауат р‑нындағы ауыл, Миәшәгәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 43 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Һикәяҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1265 кеше; 1920 — 1251; 1939 — 896; 1959 — 606; 1989 — 467; 2002 — 450; 2010 — 420 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Миәшәгәр урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1753 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Алсай а. типтәрҙәре һәм мишәрҙәре нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Шәрип Ҡормаев исеме м‑н аталған. 1770 й. ауылда П.С.Паллас булып киткән. 1795 й. 12 йортта 75 кеше йәшәгән, 1865 й. 94 йортта — 579 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, 3 һыу тирмәне теркәлгән. В.Д.Хужин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов