ШӘРИП, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Шәрип а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Өфө т. юл. ст. Т.‑Көнб. та­бан 37 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. – 864 кеше; 1920 — 1158; 1939 — 550; 1959 — 750; 1989 — 579; 2002 – 644; 2010 —648 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбу­латория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1688 й. алып Ҡаршын булараҡ билдәле (исеме этнонимға бәйле; ҡара: Ҡаршын). 18 б. башынан Мерәк тип теркәлгән (улус старшинаһы Мерәк Һултыҡов исеменән), 40‑сы йй. хәҙ. исемен (улус старшинаһы Шәрип Мерәков исеменән) йөрөтә. 18 б. аҙ. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр һәм мишәрҙәр килеп урынлаша. 1795 й. 40 йортта 276 кеше йәшәгән, 1865 й. 105 йортта – 679 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған; улус идаралығы урынлашҡан. 1896 й. мәсет, 2 бакалея кибе­те, мөгәзәй теркәлгән; улус идаралығы булған. Ф.Вәлиев, А.З.Вафин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов