ШӘРИП, Благовещен р‑нындағы ауыл, Иҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 311 кеше; 1959 — 207; 1989 — 129; 2002 — 101; 2010 — 93 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Яңы Турбаҫлы а. кешеләре нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Баймөхәмәт Шәрипов фамилияһы б‑са аталған. 1925 й. 33 йорт иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов