“ШӘПИ АҒАЙ”, иллюстрациялы сатирик журнал. ВКП(б)‑ның Урал өлкә ком‑ты эргәһендәге татар‑башҡорт бюроһы ор­ганы. 1924–27 йй. Свердловск ҡ. айына 1 тапҡыр “Һабан һәм сүкеш” гәз. (татар телендә сыҡҡан; 1925 й. авг. тиклем “Коммунист” исемен йөрөткән) ҡушымта булараҡ татар телендә нәшер ителә. 26 һаны донъя күрә. Журнал биттәрендә буржуазияға ҡаршы сатирик мәҡәләләр баҫылған.

И.С.Иғдәүләтов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов