ШӘМӘХӘ СЕЛТӘРБӘШМӘК (Cortinarius violaceus), базидиомицеттар класының селтәрбәшмәктәр ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Эшләпәһенең диам. 5—15 см, ҡуйы шәмәхә төҫтә, тәүҙә ҡабарынҡы, аҙаҡ яҫы‑ҡабарынҡы, ҡоро, кейеҙ тәңкәле. Гименофоры ҡуйы көрән күк, пластинкалы, һорғолт ҡуңыр үрмәксе ауына оҡшаш нәҙек ептәрҙән торған айырым япма м‑н ҡапланған, пластинкалары киң, һирәк. Һабының оҙонлоғо 6—12 см, йыуанлығы 1—2 см, ҡараһыу йәки көрәнһыу күк, төбөндә суҡмар һымаҡ йыуанайған, сүсле, өҫкө өлөшөндә ваҡ тәңкәле. Итсәһенең еҫе лә, тәме лә юҡ, һоро‑шәмәхә йәки шәмәхә төҫтә. Споралы онтағы ҡуңыр. Ылыҫлы (ҡарағай, шыршы) һәм япраҡлы (имән, ҡайын) ағастар м‑н симбиозда йәшәй. БР‑ҙа июлдән алып окт. тиклем Көньяҡ Урал ҡурсаулығы урмандарында осрай. БР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

И.Е.Дубовик

Тәрж. Г.А.Миһранова