ШӘМСЕТДИНОВА Римма Фәрит ҡыҙы (23.8.1957, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ артисы (1994), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1989). 1974—94 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. 1997—2012 йй. “Респект” ЯСЙ‑нда (Өфө) эшләй. Ш. нәзәкәтле башҡарыу манераһы, актёрлыҡ оҫталығы хас; бейеүҙәре хореография аныҡлылығы, виртуоз әйләнештәр м‑н айырылып тора. “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Гопак”, “Ете ҡыҙ”, “Кадриль”, “Кейәү” (“Жених”), “Сиртаки”, “Шаян ҡыҙҙар”, “Яҙғы ташҡын” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978) АССР‑ҙарында, ТАССР‑ҙа (1989) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында (1981), ГДР‑ҙа (Галле ҡ., 1986) БАССР мәҙәниәте көндәрендә һ.б. ҡатнаша. СССР һәм донъяның 20 иле буйлап гастролдәрҙә була.

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова