ШӘМСЕТДИНОВ Әсғәт Әхмәт улы [5.4.1921, АСБР‑ҙың Табын кантоны Яҡтыкүл а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 27.12.1997, Өфө], юрист. РСФСР‑ҙың атҡ. юрисы (1982). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1952). 1944 й. алып Ғафури район судында, 1948 й. — БАССР Юғары судында эшләй. 1955 й. башлап М.Ғафури ис. к‑з (Ғафури р‑ны) рәйесе. 1960 й. алып (өҙөклөк м‑н) КПСС‑тың Ғафури район ком‑тының 1‑се се­кретары, 1963—65 йй. Мәләүез колхоз‑совхоз идаралығы б‑са Партия‑дәүләт контроле ком‑ты рәйесе. 1975—86 йй. БАССР‑ҙың Баш дәүләт арбитры. БАССР ЮС‑ының 5—7‑се саҡырылыш депутаты. Окт. Революцияһы (1973), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һ.б. орд. м‑н бүләкләнгән.

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. М.Х.Хужин