ӘЙТЕШ, башҡорт фольклоры жанры, нәфис һүҙ оҫталарының шиғри, һирәгерәк сәсмә импровизация сәнғәтендә ярыш‑диалогы. Ғәҙәттә йыйындарҙа, халыҡ тантаналарында думбы­раға ҡушылып башҡарыла. Ә. күбеһенә кинәйә хас. Ә. шиғри формаһы байтаҡ эпостарҙа һәм ҡобайырҙарҙа осрай, мәҫ., Нәркәс һәм Һәүбән (“Аҡбуҙат”), Һабрау йырау һәм Туҡтамыш хан (“Иҙеүкәй менән Мораҙым”), башҡорт батыры Ҡужаҡ һәм нуғай Тарғын (“Тарғын менән Ҡужаҡ”) диалогтары. Сәсмә формаһы новеллистик әкиәттәрҙә (“Торахан менән Йәнәбәхан һәм Ерәнсә сәсән”); көләмәстәрҙә (“Ерәнсә сәсәндең өйләнгәне”) таралған. Байыҡ Айҙар (“Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтеше”), Ҡарас сәсән (“Ҡарас менән Аҡша”), Ҡобағош сәсән (“Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне”) һ.б. билдәле Ә. оҫталары булған. Р.Ф.Фәхретдиновтың хәтирәләре б‑са, 1894 й. көҙөндә Өфөлә Аҡмулла м‑н М.И.Өмөтбаев; 1917 й. Ырымбурҙа Ш.Бабич м‑н Ченәкәй әйтешкән. Хәҙ. башҡорт шағирҙары (Ғ.Ғ.Зарипов, Б.М.Исҡужин, Ә.Үтәбай, М.Ямалетдин һ.б.) һәм сәсәндәр (В.З.Садиҡова, Р.Ә.Солтангәрәева, Х.Ш.Әбүбәкерова һ.б.) был жанр традицияларына йыш мөрәжәғәт итә. Ә. байтаҡ төрки халыҡтарҙа осрай.

Әҙәб.: И ҙ е л б а е в М.Х. Башҡорт ауыҙ‑тел әҙәбиәте. Өфө, 2000.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов