ӘЙТЕМ, әйберҙәрҙең асылын, ниндәй ҙә булһа бер тормош күренешен үткер һәм образлы итеп тасуирлаған һүҙбәйләнеш. Ғәҙәти ситуацияларҙа ҡулланылһа ла, Ә. айырым бер осраҡҡа ҡарата ғына мөнәсәбәт белдереү бар. Мәҡәл кеүек үк, Ә. үҙенең тәғәйен сағылышын телмәр контексында таба, йыш ҡына күсмә мәғәнәлә ҡулланыла, әммә, унан айырмалы рәүештә, дөйөмләштерелгән фекергә, өгөт‑нәсихәткә ҡоролмай: “Һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала?”. Күп халыҡтарҙың фольклорында осрай.

Әҙәб.: Н ә ҙ е р ш и н а Ф.А. Халыҡ һүҙе. Өфө, 1983; Башҡорт халыҡ ижады. 10‑сы т. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Өфө, 2006; Башкирское народное творчество. Т.7. Пословицы, поговорки. Приметы. Загадки. Уфа, 1993.

 Ф.А.Нәҙершина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов