ӘЙЛӘНЕШТӘГЕ АҠСАЛАР, әй ләнештәге активтар, предприятие тарафынан һәр бер операция циклы ваҡытында (сеймал һәм материал һатып алыуҙан алып әҙер продукцияны һатҡандан һуң килгән аҡсаның инеүенә тиклемге осор) үҙенең ағымдағы эшмәкәрлегенә инвестицияланған аҡсалар. Ә.а. әйләнештәге производство фондтарына (производство запастары, киләсәк осор сығымдары) һәм әйләнеш фондтарына (тамамланмаған производство, әҙер продукция, аҡса һәм хисаплашыу аҡсалары) бүленә. Ә.а. бер операция циклында йәки сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт аралығында (ҡағиҙә булараҡ, бер йылдан артмаған) тулыһынса файҙаланыла. Әйләнеш яһағандан һуң улар үҙенең хаҡын продукцияға күсерә. Ә.а. етештереү процестарының өҙлөкһөҙ булыуын, продукцияның баҙарҙа һатылыуын һәм табыш алыуҙы тәьмин итә. Шәхси һәм бурысҡа алынған, нормалаштырылған һәм нор­малаштырылмаған Ә.а. айырыла. Мөһим күрһәткестәре булып әйләнеш коэф., әйләнеш осоро һәм ойошманың Ә.а. м‑н тәьмин ителеүе тора.

БР ойошмаларының әйләнештәге активтары структураһы (%‑тарҙа): запастар – 26, дебитор бурысы – 44, аҡса һ.б. активтар – 30 (2012). БР ойошмаларының әйләнештәге активтары хаҡының динамикаһы табл. бирелгән.

Р.А.Борханов, Р.З.Мөхәмәтова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов