ШӘММӘТ, Илеш р‑нындағы ауыл, Аҡкүҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 134 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 520 кеше; 1920 — 576; 1939 — 522; 1959 — 357; 1989 — 272; 2002 — 279; 2010 — 236 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1749 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Шәммәт Илешев исеме м‑н аталған. 1795 й. 10 йортта 70 кеше йәшәгән, 1865 й. 45 йортта — 254 кеше. Мәсет, уч‑ще, 2 һыу тирмәне булған. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. К.М.Миңнуллин ошо ау­ылда тыуған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов