ШӘМИҒОЛОВ Фәнил Булат улы (24.3.1965, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әбделмәмбәт а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2008). БР‑ҙың атҡ. табибы (2003). БДМИ‑ны тамамлаған (1992). 1997 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДМУ‑ла уҡыта (2008 й. башлап дипломдан һуң белем биреү ин‑тының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм йәмәғәт һаулығы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2000—03 йй. ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында бүлек мөдире, 2008 й. алып 7‑се дауахананың, 2009 й. — 3‑сө дауахананың (бөтәһе лә — Өфө) баш табибы. 2003—06 йй. БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау министры. Фәнни эшмәкәрлеге абдоми­наль патология булғанда аҙ травмалы хирургик технологияларҙы камиллаштырыуға, халыҡҡа мед. ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороуға арналған. Ш. етәкс. билатераль интрагастраль ваготомия, бөйән эсәгенең сей яра ауырыуын хирургик дауалау ысулдары эшләнә, дауалауҙың мед.‑иҡт. стандарттары камиллаштырыла. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина