ШӘМИҒОЛОВ Ғәлей Камалетдин улы (15.10.1890, Стәрлетамаҡ ҡ. — 25.11.1959, Киев), дәүләт эшмәкәре. 1910 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1899 й. башлап Стәрлетамаҡта кирбес з‑дында, фарфор һауыт‑һаба ф‑каһында эшләй. Стәрлетамаҡ, Ҡурған, Силәбе, Өфө ҡҡ. революция хәрәкәтендә ҡатнаша. 1917 й. июненән ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының Өфө губерна штабы нач., РСДРП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты татар‑башҡорт бюроһы рәйесе. 1918 й. февр. алып Мосолман хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары, бер үк ваҡытта марттан Ырым­бур губерна эшсе, һалдат, казак һәм крәҫтиән депутаттары советының башҡарма ком‑ты ағзаһы, милләттәр эштәре б‑са гу­берна комиссары. Башҡортостан автономияһын ойоштороуға ҡаршы сығыш яһай. 1919 й. окт. алып Башҡорт респ. хәрби эштәре ХК‑ның сәйәси бүлеге мөдире, нояб. башлап РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты, Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы ағзаһы. 1920 й. ғин. Башҡортостан хәрби-революцион комитетына ҡаршы заговорҙа ғәйепләнә, Башҡ‑н ғәҙәттән тыш комиссияһының башҡа ағзалары м‑н бергә ҡулға алына, һуңынан үҙәк властар һәм Төркөстан фронты командую­щийы приказы м‑н иреккә сығарыла. Ә.Ә.Вәлидов етәкс. Башревком үҙенән‑үҙе таралғандан һуң июлдә Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты һәм АСБР‑ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе итеп һайлана. 1920 й. Бөрйән-Түңгәүер ихтила­лын баҫтырыу барышында баш күтәреүселәргә ҡаршы яза саралары ҡулланыу өсөн сығыш яһай. 1920 й. окт. РКП(б) ҮК ҡарары м‑н Мәскәүгә саҡырып алына. 1921 й. алып РКП(б) ҮК‑ның агитация‑пропаганда бүлеге ҡарамағындағы РСФСР‑ҙың Төрки халыҡтары араһында пропаганда һәм агитация үҙәк бюроһында (Мәскәү), 1923 й. — Төркөстан аҙыҡ‑түлек ХК‑нда эшләй. 1924 й. башлап Башпотребсоюз рәйесе (ҡара: Ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы), 1925 й. алып туҡыу сәнәғәтенең төрлө пр‑тиеларында эшләй. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1944).

Е.П.Асабин

Тәрж. М.Х.Хужин