ШӘМҒОЛОВ Фәттәх Ғәфүрйән улы [4.8.1921, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны 2‑се Ялсы а., хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Ялсы а., — 19.4.1945, Моравска‑Острава ҡ. эргәһендә (Чехословакия), Пшина ҡ. ерләнгән, Польша], Советтар Союзы Геройы (1946). Май­ор. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби пехота уч‑щеһын (1941), “Выстрел” РККА‑ның командирҙар составын ка­миллаштырыу юғары атыу‑тактика курстарын (1942) тамамлаған. 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. майынан Брянск, Үҙәк, 1‑се һәм 4‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 38‑се армияның 101‑се уҡсылар корпусы 183‑сө уҡсылар див. 227‑се уҡсылар полкының ком. урынбаҫары майор Ш. 1945 й. 18—19 апр. Моравска‑Острава ҡ. тирәһендә Опава й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1946), Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 3‑сө дәрәжә Кутузов (1945), Александр Невский (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында Ш. исеме м‑н урам аталған, ул уҡыған Хоҙайбирҙе а. мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин