“ШӘКӘРСЕ” Мәләүез шәкәр заводының Мәҙәниәт йорто. 1973 — 2006 йй. эшләй. 400 урынлыҡ тамаша залы, фойеһы, китапханаһы, “Кристалл” ТВ студияһы, спорт һәм тренажёр залдары, буфеты булған. Мәҙәниәт йортонда 27 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм 6 ҡыҙыҡһыныу буйынса клуб эшләгән. Төп коллективтары: урыҫ йыры хоры (1975, 1976 й. “халыҡ” исеме ала; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.Б.Кудин), башҡорт акад. хоры (1990; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ф.С.Яҡупова), тынлы оркестр (1974, 1996 й. башлап “халыҡ”; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.М.Лобанов), “Һул яҡ хәрәкәт” (“Левостороннее движение”) поп‑төркөмө (1978; етәксеһе Ә.Р.Теләүбирҙин), “Ағиҙел” башҡорт фольклор ансамбле (1990, 1992 й. алып “халыҡ”; етәксеһе С.И.Ҡоҙашев). Мәҙәниәт йор­тонда цехтар араһында үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары, оло йәштәге кешеләр, инвалидтар көндәре, ветерандар м‑н осрашыуҙар, респ. семинарҙары һ.б. үткәрелгән. СССР ВДНХ‑ның көмөш миҙалы м‑н бүләкләнгән (1982).

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов