ӘЙ, Салауат р‑нындағы ауыл, Торналы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 32 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 64 км алыҫлыҡта Ишмән й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы:1939 й. –244 кеше; 1959 – 443; 1989 – 359; 2002 – 278; 2010 – 207 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Златоуст өйәҙендә урыҫтар Андреевка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 11 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып Лағыр с‑зының Әй фермаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 60‑сы йй. хәҙ. исемен һәм хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов