ШӘКӘР СӘНӘҒӘТЕ, шәкәр ҡомо һәм шаҡмаҡлы шәкәр етештереү б‑са аҙыҡ-тәм сәнәғәте тармағы. Сеймал сифатында шәкәр сөгөлдөрө, шәкәр ҡамышы файҙаланыла. Башҡортостанда Ш.с. 1941 й. алып респ. илдең көнбайыш райондарынан шәкәр з‑дтарының ҡорамалдары эвакуацияланғандан һуң үҫеш ала. Беренсе булып 1951 й. Ҡарлыман шәкәр з‑ды файҙаланыуға тапшырыла (ҡара: Ҡарлыман шәкәр-һөт-консерва комбинаты). 2002 й. респ. шаҡмаҡлы шәкәр етештереү үҙләштерелә. БР‑ҙа Ш.с. “Ҡарлыман шәкәре” ААЙ (2001 й. асылған), Мәләүез шәкәр заводы, Раевка шәкәр заводы, Шишмә шәкәр за­воды, “Дроздофф” ЯСЙ, “Сахароптторг” сауҙа йорто (икеһе лә – 2002) пр‑тиеларынан тора. 2004 й. БР аҙыҡ‑тәм сәнәғәте етештереү күләменең 16,7%‑ы Ш.с. өлөшөнә тура килә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. Сөгөлдөрҙө эшкәрткәндән һуң алынған ҡалдыҡтар мал аҙығы сифатында (һығынты, меласса), этил спирты, мал аҙығы сүпрәһе (меласса) һ.б. етештереү, әсе тупраҡҡа эзбиз индереү өсөн (фильтрлау ултырмаһы) файҙаланыла. Ш.с. продукцияһын етештереү динамикаһы табл. бирелгән.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов