ӘЗРӘҠӘ (ғәр. ҡәбәхәт, алдаҡсы, мәңгелек дошман), башҡорт мифологияһында яуыз иблес. “Урал батыр” эпосы персонажы. Һыу һәм ер аҫты донъяһының дейеүҙәр батшаһы, тыл­сымлы Йәншишмә хужаһы. Кешеләрҙе буйһондороу һәм ерҙә хакимлыҡ итеү өсөн Ә. Самрау батшанан Һомай ҡошто, Аҡбуҙатты һәм тылсымлы алмас ҡылысты алырға ынтыла. Был эштә уға Урал батырҙыңағаһы Шүлгән, йыландар батшаһы Ҡәһҡәһә һәм уның улы Зәрҡум ярҙам итә. Урал батыр Ә. һәм бөтә дейеүҙәрҙе ҡыйрата. Риүәйәт б‑са, Ә. тураҡланған кәүҙәһе урынында Ямантау (Белорет р‑ны) барлыҡҡа килгән.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998; М и р б а д а л е в а А.С. Башкирский эпос “Урал‑батыр” //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып.4.

Р.Ф.Рәжәпов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов