ШӘКӘР ДИАБЕТЫ, ашҡаҙан аҫты биҙенең етерлек кимәлдә инсулин эшләп сығармауына һәм туҡымаларҙың уға ҡарата һиҙгерлеге түбәнәйеүенә бәйле барлыҡҡа килгән эндокрин ауырыу. 1‑се типтағы (ашҡаҙан аҫты биҙенең b‑күҙәнәктәре тара­фынан инсулин эшләп сығарыу түбәнәйеү) һәм 2‑се типтағы (туҡымаларҙың инсулинға ҡарата һиҙгерлеге түбәнәйеү — инсулинға резистентлыҡ) Ш.д. айырыла. Ш.д. башланыуына нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, вируслы инфекциялар, һимереү, стресс һ.б. булышлыҡ итә. Төп симптомдары: һыуһау, ауыҙ кибеү, көслө аппетит, полиурия, тән массаһының кәмеүе һ.б. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (1‑се тип өсөн – инсулин, 2‑се тип өсөн — шәкәрҙе түбәнәйтә торған саралар), диетотерапия һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: диабетик, гипогликемик кома, бөйөрҙәр, бауыр, күҙҙең селтәрле ҡабығы тамырҙары зарарланыуы, глаукома һәм катарактаның иртә башланыуы, нейропатиялар (периферия нервыларының үҙгәреше), диабетик кардиопатия (йөрәк мускулдары зарарланыу) һ.б. Иҫкәртеү: рациональ туҡланыу, ауырыуҙың башланыуына сәбәпсе булған факторҙарҙы булдырмау. БР‑ҙа 100 мең кешегә 2007 й. – 1745,8; 2009 й. – 2011,7; 2011 й. – 2162,5 Ш.д. м‑н ауырыған кеше теркәлгән. Медицина университе­тында 20 б. 50—70‑се йй. Ш.д. м‑н ауырыған сирлеләрҙе дауалау һәм диспансерлаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үт­кәрелә (С.В.Базанова, Р.П.Клейман), 80‑се йй. Ш.д. м‑н ауырығандарҙың күҙәнәк һәм гумораль иммунитеты (Т.В.Моругова), балаларҙа церебраль боҙолоштар (Л.Б.Новикова) күрһәткестәре өйрәнелә, хәүефле төркөм балаларын һәм Ш.д. м‑н ауырығандарҙы диспансерлаштырыу системаһы эшләнә (Ц.Л.Воронова, Б.С.Годун, М.Г.Давыдович), балалар араһында ауырыуҙың таралышы өйрәнелә (Р.Ғ.Йәнекәев). 90‑сы йй. алып Ш.д. барышының клиник үҙенсәлектәре (Г.Ғ.Байбурина, Д.Р.Ваһапова, Моругова, И.Ғ.Рәхмәтуллин), ауырыуҙың эпидемиологияһы (Г.Р.Әхмәтгәрәева, И.Н.Баталова) һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Күҙ ауырыуҙары институтында (М.Т.Аҙнабаев, А.А.Алтынбаев, И.Н.Серёжин), Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә (О.В.Родионов) пролифератив диабетик ретинопатияның патогенезы үҙенсә­лектәре тикшерелә һәм хирургик дауалау ысулдары камиллаштырыла.

М.Г.Давыдович

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина