ШӘКҮР (Шәкүров) Рәшит Закир улы [11.1.1937, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Яңы Абдрахман а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны)], тел белгесе, төркиәтсе, шағир, публицист. Филол. ф. д‑ры (1998), проф. (2012). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997). Журналистар союзы (1961), Яҙыусылар сою­зы (1979) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1965). 1960 й. БАССР МС эргәһендәге Радио тапшырыу һәм ТВ ком‑ты хәбәрсеһе, 1965—69 йй. “Башҡортостан” гәз. үҙ хәбәрсеһе, бүлек мөдире, 1972—77 йй. һәм 1984—93 йй. ТТӘИ‑лә (өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991 й. алып төркөм етәксеһе, 1992 й. — бүлек мөдире); 1977 й. башлап “Ағиҙел” ж. хеҙм‑ре, 1978—83 йй. БАССР Яҙыусылар союзында әҙәби консультант; 1993 й. алып “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә бүлек мөдире, 1995 й. — дир. вазифаһын башҡарыусы, 1996 й. — дир.; 1998 й. мартынан “Ватандаш” ж. баш мөхәррир урынбаҫары, 1998 й. сент.— 2012 й. БДПУ‑ла уҡыта. 1973 й., 1986 й. топонимик, диалектологик һәм археографик экспедициялар етәксеһе, 1981 й., 1983 й. Башҡортостан, ш. уҡ Ҡурған өлк. буйлап фольклор экспедицияларында ҡатнаша. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт тел ғилеме, әҙәбиәт ғилеме, фольклористика, топонимика, диалектология проблемаларына арналған. Топонимик һүҙлектәр төҙөүсе. Әҙәбиәт ғилеме б‑са эшмәкәрлеге башҡорт әҙәбиәте тарихы м‑н бәйле. “Шиғриәт йондоҙо” (“Звезда поэзии”; 1981) китабы Аҡмулланың тормошона һәм ижадына арналған. “Быуаттар аманаты” (2002), “Рухлылыҡ сығанаҡтары” (“Истоки духовности”; 2009) китаптарында Башҡортостандағы рухи мәҙәниәттең байтаҡ аспекттары тикшерелә. “Арҙаҡлы башҡорттар” (1998) китабында башҡорт дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың тормо­шо һәм ижады т‑да очерктар бирелә. 6 томлы “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе. “Сыңрау торналар иле” (1996) китабына башҡорт фольклоры, халыҡ музыка ҡоралдары, халыҡ йырсылары һәм музыкантта­ры т‑да очерктар һәм мәҡәләләр ингән. Ш. тарафынан “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡуңыр буға” һ.б. эпостарҙың вари­анттары яҙып алына. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Йөрәгемдә — ҡояш” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1970 й. сыға. Ш. шиғриәтенә тыуған ере һәм халҡына һөйөү, милли ғорурлыҡ, киң күңеллелек тойғоһо һәм тәрән аҡыл хас. Урыҫ (1996) һәм башҡорт (1997) телдәрендәге “Башҡортостан” ҡыҫҡаса энциклопедияһының баш мөхәррире. “Тауҙарым, далаларым” (1982), “Малин‑ҡала” (1997) шиғырҙар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары, “Заманалар юлында” (1988) шиғри йыйынтығы һ.б. авторы. Р.Т.Бикбаев м‑н авторҙашлыҡта БР‑ҙың дәүләт гимны тексын яҙа. Ш. әҫәрҙәре урыҫ теленә (А.П.Филиппов), ш. уҡ болгар, ҡаҙаҡ, немец, сыуаш, төрөк, украин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Т.Йомаморатов, С.Мәүленов һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Ш. шиғырҙарына комп. А.Х.Ғабдрахманов, Р.Р.ЙыһановС.Ә.Низаметдинов, С.Р.Сәлмәнов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Т.М.Шәрипов һ.б. йырҙар ижад иткән. Киң мәғлүмәт сарала­рында респ. сәйәси, соц.‑иҡт. һәм мәҙәни тормошондағы көнүҙәк темалар м‑н сығыш яһай. “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе (1989—91). БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2012), Аҡмулла ис. (1989), Р.Ғарипов ис. (1996), З.Биишева ис. (2012) пр. лауреаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2007).

Хеҙм.: Исемдәрҙә — ил тарихы: тикше ре неүҙәр, мәҡәләләр. Өфө, 1993; Ыласындар оса бейектә: шиғырҙар, йырҙар, хикәйәттәр. Өфө, 2007; По следам географических названий: топонимия бассейна реки Дёмы. Уфа, 1986.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов