ШӘКЕТАУ, Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. 13 — 14 бб. ҡарай. Стәрлетамаҡ ҡ. көнсығышҡа табан Шахтау тауының көнсығыш битләүендә урынлашҡан. 1959 й. ер эштәре башҡарған саҡта табылған, 1960 й. Мәхм.Х.Садиҡова тарафынан тикшерелгән. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр иҫәбенә инә. Ҡомартҡының бер өлөшө емерелгән. 12 ҡәбер асыҡланған һәм өйрәнелгән. Мәйеттәр тәрән булмаған тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 0,3 — 0,5 м) салҡан һалып, ҡулдары ярым бөгөлгән килеш башы м‑н көнбайышҡа йәки көньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Мәйеттәр яңғыҙ ерләнгән, ағас тү­шәмә ҡалдыҡтары, ҡайһы бер ҡәберҙәр янында ат һөлдәһе һәм баш һөйәге осрай. Бронза сым һырға, тимер уҡ башаҡтары, ауыҙлыҡ сынйыры дүңгәләге, һаҙаҡ өсөн һөйәк пластинкалар табылған. 1 ҡәбер Бура мәҙәниәтенә ҡарай (мәйет уң яҡ ҡабырғаға бөгәрләнгән килеш һалып, башы м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән). Ш. мосолман йолаһы элементтары күҙәтелә. Ҡомартҡы материалдары Стәрлетамаҡ музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Садыкова М.Х. Археологические материалы о хозяйстве башкир IX — XIV вв. //Археология и этнография Башкирии. Т. 1. Уфа, 1971.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков