• Печать

ШӘКЕТАУ, шихан. Стәрлетамаҡ ҡ. көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Һәләүек й. уң ярында урынлашҡан. Үҙләштереүгә тиклем абс. бейеклеге 336 м, оҙонлоғо 1,3 км. Формаһы һуҙылған, битләүҙәре текә. Аҫҡы пермдең органоген эзбизташтарынан тора, уларҙың ятыштары ш. уҡ исемле ятҡылыҡтан ғибәрәт һәм 20 б. уртаһынан “Сода” ААЙ өсөн сеймал булараҡ эшкәртелә. Файҙаланыуға тиклем төньяҡ битләүҙәрендә киң япраҡлы урмандар (имән, саған), яланғаслыҡтарында петрофитлы далалар (дала сейәһе, меңъяпраҡ, типсәк, әрем һ.б.) өҫтөнлөк иткән. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫкән: Гельм астрагалы, Карелин астрагалы, каспий татыр үләне, ҡауырһынлы йәнәш япраҡ, ҡырағай миндаль, рус суҡмарбашы, урал еҙтөймәһе, урал етене, энәле ҡәнәфер, эре сәскәле тәңкәғуҙаҡ һ.б.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов