ШӘЙӘХМӘТОВ Фазулла Зәйнулла улы [22.4.1929, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ишкен а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 10.11.2002, ш. уҡ р‑ндың Рәсүл а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1941—94 йй. Учалы р‑нының “Коммунар” к‑зында эшләй: 1943—46 йй. тракторсы ярҙамсыһы, 1948 й. алып тракторсы, 1959—89 йй. трактор бригадаһы бригадиры. 1959—65 йй. Ш. бригадаһы юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: иген әҙерләү — 923 т, иген культураларының уңдырышлылығы 17,6 ц/га, ш. иҫ. бойҙайҙыҡы — 19,1 ц/га, тәшкил иткән. Ш. тарафынан 1965 й. планда ҡаралған 700 га урынына 1250 га ер һөрөлгән. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Әҙәб.: Платонов М. Любовь к земле //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев