ӘЗЕКӘЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Әзекәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Белорет т. юл ст. Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Боғанаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Инйәр—Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 321 кеше; 1920 — 367; 1939 — 315; 1959 — 319; 1989 — 320; 2002 — 359; 2010 — 399 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сермән урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға 18 б. 30—50 йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1769 й. алып билдәле) Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған (уның улдары Серлебай һәм Таулыбай Әзекәевтәр билдәле). 1900 й. тиклем 3 ауыл [Ә., Аҙналы, Б(Ҡ)аҙыш] м‑н бергә Өс Зәйет (Зәйет) исеме м‑н теркәлгән, уларҙың халҡы бергә иҫәпкә алынған: 1795 й. 55 йортта 268 кеше йәшәгән, 1866 й. 146 йортта — 866 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев