ШӘЙӘХМӘТОВ Өлфәт Шәйхизаман улы (15.4.1956, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Яңы Ҡатай а.), физик. Техник ф. д‑ры (2002), проф. (2003). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй: 2001 й. алып финанс‑иҡт. эштәре б‑са проректор, 2010 й. – Ғилми­производство инновацион технологиялар ин‑ты дир., бер үк ваҡытта 1995 й. башлап БР Төҙөлөш комплексы ғилми­тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында лаб. етәксеһе, 1998 й. алып “Керам” ЯСЙ (Өфө) етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге материалдарҙы өйрәнеү ғилеме проблемаларына, композицион материалдар, керамик төҙөлөш матери­алдарын булдырыуға һәм уларҙы етештереүҙе ойоштороуға арналған. Ш. тарафынан юғары т‑ралар тәьҫирендә керамик композиттарҙың үҙсәнлектәре, ҡатыу һәм йылытыу ваҡытында материалдарҙың структураһы үҙгәреүе, деформация һәм шыуыусанлыҡ механизмдары өйрәнелә, керамик һәм утҡа сыҙамлы материалдарҙы яндырмай алыу технологияһы һ.б. ка­миллаштырыла. Асыштары БР, РФ һәм БДБ илдәре пр‑тиеларында индерелгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Композиционные материалы на основе нитрида кремния и фосфатных связующих. М., 1999; Фосфатные композиционные материалы и опыт их применения. Уфа, 2001; Оксидная керамика: Спекание и ползучесть. М., 2007 (авторҙ.).

И.Ә.Фәхретдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов