ШӘЙӘХМӘТОВ Изғам Фазлыәхмәт улы (8.7.1942, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Шатмантамаҡ а.), биохимик. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Өфөнөң 113‑сө урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1975 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1996 й. башлап БДУ‑ла уҡыта (2002—09 йй. биохимия һәм биотехнология каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы). Фәнни эшмәкәрлеге күҙәнәк селекцияһын, күҙәнәктәр һәм туҡымалар культураһын һ.б. ҡулланып үҫемлектәр морфогенезын өйрәнеүгә арналған. Ш. тарафынан үҫемлектәрҙең юғары йышлыҡтағы соматик эмбриональ үҫеше һәм регенерацияһы м‑н бойҙай генотиптары асыҡлана, патоген бәшмәктәрҙең фитотоксин метаболитта­ры фонында тамыр серегенә сыҙамлы яҙғы бойҙайҙың күҙәнәк селекцияһы ысулдары эшләнә, эмбриональ үҫеш юлына күсеү һөҙөмтәһе булған бойҙайҙың каллус туҡымаһының морфоген тибында лектиндың юғары күләме билдәләнә, соматик эмбрио­наль үҫешкә экзоген абсцизин к‑таһы м‑н стимул биреү эше алып барыла. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Соматический эмбриогенез и селекция злаковых культур. Уфа, 1999.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова