“БАШКИРНЕФТЕПРОДУКТ”, ААЙ. 100‑ҙән ашыу нефть продукты, ш. иҫ. автомобиль бензиндары, дизель яғыулығы, төрлө майҙар һатыу м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Пр‑тие составы: БР һәм Силәбе өлк. ҡалалары һәм райондарында 13 филиал, 2‑се нефть продукттарын ҡойоу‑тултырыу участкаһы, автомобиль транспорты паркы. “Б.” филиалдары 319 автомобилдәр заправкалау станцияһы, 200 мең м3 ашыу һыйҙырышлы резервуар паркы булған 26 нефть базаһы м‑н йыһазландырылған. 2010 й. 5000‑дән ашыу кеше эшләгән.

1935 й. 7 нефть склады (Бөрө, Дәүләкән, Кушнаренко, Ҡариҙел, Николо‑Берёзовка, Өфө, Сахай) һәм 6 нефть базаһы (Благовар, Бәләбәй, Дүртөйлө, Туймазы, Һилейә һәм Шишмә) нигеҙендә Башҡ‑н “Союзнефть” респ. контораһы булараҡ нигеҙ һалына. 1941 й. алып Нефть сәнәғәте пр‑тиеларын матди-техник тәьмин итеү б‑са дәүләт идаралығының Башҡ‑н респ. контораһы (1946 й. башлап Башҡ‑н идаралығы), 1988 й. — “Башнефтепродукт” ПБ, 1991 й. — Рәсәй дәүләт “Роснефтепродукт” концернының “Б.” Башҡ‑н дәүләт нефть продукттары м‑н тәьмин итеү б‑са берекмәһе, 1994 й. хәҙ. статусын ала, 1996—2003 йй. Башҡортостан нефтехимия компанияһы составында, 2009 й. алып “Башнефть” АНК‑ның бүлендек пр‑тиеһы. 1993 й. “Б.” (РФ‑та тәүгеләр иҫәбендә) автомобилдәр заправкалау станцияларында пластик карточкалар б‑са ҡулаҡсаһыҙ иҫәп‑хисап системаһы булдырыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика