ШӘЙӘХМӘТОВ Ғиндулла Шириаздан улы [15.8.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Сәйетбаба а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. РФ мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1992). Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын (1953), БДУ‑ны (1961) тамамлаған. 1953 й. алып Ҡурған өлк. Искәндәр, 1957 й. — Ғафури р‑нының Йөҙимән тулы бул­маған урта мәктәптәре дир., 1961 й. — Имәндәш тулы булмаған урта мәктәп уҡытыусыһы, 1963 й. — Сәйетбаба урта мәктәбе дир., 1967 й. — уҡытыусыһы. Кейекбаев Ж. музейын ойоштороусыларҙың береһе һәм 1991 й. башлап уның ди­ректоры. Тыуған яҡты өйрәнеү б‑са 300‑ҙән ашыу эш авторы. Ж.Ғ.Кейекбаев ис. пр. лауреаты (1991). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1978).

Хеҙм.: Башҡорт теленә һәйкәл. Өфө, 2004; Йөрәгемде илтәм илемә... Өфө, 2004; Күңелем асыштары. Өфө, 2014.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина