ШӘЙХУЛОВ Нурислам Фәтхелислам улы [16.2.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Сәйетбаба а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 27.9.1996, БР‑ҙың Белорет р‑ны Егәҙе а.], яҙыусы. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Яҙыусылар со­юзы ағзаһы (1993). 1945 й. алып Белорет р‑нында эшләй: мәктәптәрҙә уҡыта, 1951—58 йй. “Сталинсе” гәз. (ҡара: “Урал”) хәбәрсеһе, яуаплы секретары, 1968—75 йй. Егәҙе а/с рәйесе. Әҫәрҙәре 50‑се йй. баҫыла башлай. “Шаулай Еҙем” исемле тәүге китабы 1985 й. сыға. Ш. ижадының төп темаһы — урман сәнәғәте хужалығы эшселәренең тормошо. “Хәүефле сәфәр” (1992) йыйынтығына ингән хикәйәләрендә ауыл үҫмерҙәренең йәйге каникул ваҡытындағы мажаралары тасуир­лана. Егәҙелә Ш. исеме м‑н урам аталған, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Һағындырыр һандуғасы...: повестар, хикәйәләр. Өфө, 1996; Суҡ муйыл: повестар, хикәйәләр. Өфө, 2009.

З.Я.Шәрипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов