ШӘЙХУЛОВ Алмас Ғәлимйән улы (25.10.1945, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Туймазы эшселәр ҡсб, хәҙ. Туймазы ҡ.), тел бел­гесе. Филол. ф. д‑ры (2001). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011). БДУ‑ны тамамлаған (1970). 1964 й. алып Туймазы р‑нының Түб. Бишенде 8 йыллыҡ мәктәбендә, 1970—72 йй. 7‑се Туймазы урта мәктәбендә уҡыта. 1975 й. башлап БДУ‑ла эшләй (2009 й. алып татар филологияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге Урал‑Волга буйы төрки телдәренең тарихи фонетикаһына, сағыштырма‑тарихи грамматикаһына һәм лексикаһына, алтаистикаға, ностратикаға, ономасиологияға, этимологияға, антропонимикаға һәм топонимикаға арналған. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ вуздар өсөн уҡытыу әсбаптары, һүҙлектәр авторы. “Төрки телдәрҙең сағыштырма һүҙлеген” (2 томда, 1991; төрөк телендә) төҙөүселәрҙең береһе.

Х е ҙ м.: Идеографическая парадигматика односложных корней и основ в лексической системе кыпчакских языков Урало‑Поволжья (опыт синхрониче­ской и диахронической характеристики). Уфа, 1999; Лингвокультурологическая картина мира как составляющая истории становления тюркоязычных наро­дов Урало‑Поволжья в контексте золотоордынской цивилизации (на материале исторической лексики: аспекты типологических и генетически контактных связей). Уфа, 2013.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов