ШӘЙХИСЛАМОВ Рафаэль Бәҙретдин улы (27.3.1954, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Арҡауыл а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (2008). Рәш.Б.Шәйхисламовтың ағаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Бөрө пед. ин‑тында эшләй, 1986 й. алып (өҙөклөк м‑н) ӨДИСА‑ла (1999 й. башлап социология һәм соц.‑коммуникацион технологиялар каф. мөдире). 1991—99 йй. БДПИ‑ла (1994 й. алып социология һәм политология каф. мөдире). 2010 й. башлап БДУ‑ның социология теорияһы һәм тарихы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре шәхес, аралашыу социологияһына, йәмәғәт м‑н бәйләнешкә, бизнестың социол. проблема­ларына һ.б. арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Социокультурная система и личность (теоретико‑методологический анализ). М., 2005; Коммуникативное единство социокультурной системы. М., 2006.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев