ШӘЙХЕТДИНОВ Рәмил Зәйни улы (4.1.1959, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Таштимер а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1983 й. тиклем “Меркурий” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында, 1987 й. алып БДАУ‑ҙа (2001 й. башлап физика каф. мөдире) эшләй. 2003 й. БДУ‑ла (2012 й. алып динамика һәм гетеро­ген системалар лаб. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре түбән т‑ралы плазма, ҡаты есемдәр физикаһына арналған. Ш. тарафы­нан буй магнит ҡырында плазма‑туҙан структураның әйләнеүе тикшерелә; түбән т‑ралы плазмалағы газдарҙың бинар ҡатышмаһы компоненттарын арауыҡта айырыу дәрәжәһе м‑н идара итеү ысулы булдырыла, туҙанлы плазмала тәртипкә һалынған кристаллик структураларҙы барлыҡҡа килтереү механизмы тәҡдим ителә, тиҙ ҡырҡыусы инструменттарҙың ашалыуға сыҙамлығын арттырыу өсөн плазма өрҙөрөү юлы м‑н ҡаплауҙар йүгертеү технологияһы һ.б. эшләнә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Влияние магнитного поля на физические процессы в низкотемпературной плазме бинарной смеси Не‑Хе. Уфа, 2003.

Р.Ә.Яҡшыбаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов