ШӘЙХЕТДИНОВ Рәжәп Юныс улы (7.4.1949, Өфө), баянсы, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (2012), проф. (1990). РСФСР‑ҙың (1985) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. артисы. Р.Р.Шәйхетдиновтың атаһы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1972; В.Ф.Беляков кла­сы). 1972—75 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тында стажировка үтә (Мәскәү; етәксеһе Беляков). 1971 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта, бер үк ваҡытта 1983—91 йй. һәм 1994—2009 йй. халыҡ музыка ҡоралдары каф. мөдире, 1991—94 йй. һәм 2000— 11 йй. ижади эштәр һәм халыҡ‑ара бәйләнештәр б‑са проректор. Ш. башҡарыу сәнғәте виртуоз техника, хислелек м‑н айы­рылып тора. 1975 й. башлап В.П.Суханов м‑н дуэтта, 1988—94 йй. Суханов һәм В.А.Башенёв м‑н баянсылар триоһы составында сығыш яһай. Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978) АССР‑ҙарында һәм ТАССР‑ҙа (1989) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте, Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте (1981) көндәрендә ҡатнаша. Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Германия, Италия, Көньяҡ Корея, Польша, Франция һ.б.) гаст­ролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында В.И.Платонов, ТР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Х.Х.Ғөбәев, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ф.М.Зәйнуллин, Удмурт Респ. атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.В.Фролов, РФ‑тың атҡ. сәнғәт эшмәкәре, РФ‑тың һәм БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.И.Лавришин, РФ‑тың атҡ. артисы С.А.Ширыбыров, БР‑ҙың атҡ. артисы О.Н.Мельников бар. 60‑тан ашыу фәнни‑методик хеҙмәт, башҡорт һәм урыҫ композиторҙарының әҫәрҙәрен, башҡорт һәм татар халыҡ көйҙәрен халыҡ музыка ҡоралдары өсөн эшкәртеү авторы. Музыка вуздары студенттары араһында Бөтә Рәсәй халыҡ музы­ка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы (Новосибирск ҡ., 1969), “Фогтланд музыка көндәре” (“Фогтландские дни музыки”) Халыҡ‑ара баянсылар һәм аккордеонсылар конкурсы (Клингенталь ҡ., ГДР, 1972) лауреаты.

Х е ҙ м.: Академическое баянное искусство Башкортостана. Уфа, 2013; Превыше всего музыка... Уфа, 2015.

Әҙәб.: В творческом поиске: сб. материалов. Уфа, 2000; Кукубаев А.К. Грани таланта //Народник. 2007. №3.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова